Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда газондарҙа һәм балалар майҙансыҡтарында машина ҡалдырып киткән өсөн штраф 1-2 мең һум тәшкил итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостанда газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында автомобилдәрен ҡалдырып китергә яратҡан водителдәрҙе 1-2 мең һум күләмендә штраф көтә. Вазифалы кешеләр өсөн штрафтың суммаһы — 5-10 мең һум, юридик берәмектәр өсөн 20-30 мең һум тәшкил итә. Ҡабаттан боҙған өсөн штраф күпкә арттырыла: граждандар өсөн — 3-4 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн — 15-20 мең, юридик берәмектәр өсөн — 35-50 мең.

28 мартта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары үҙҙәренең сираттағы пленар ултырышында республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Газондарҙа, сәскәлектәрҙә, башҡа йәшелләндерелгән биләмәләрҙә, балалар, спорт майҙансыҡтарында транспортты ҡалдырып киткән, шулай уҡ ошо биләмәләр буйлап үткән өсөн яуаплылыҡ билдәләнә.

«Газондағы парковка проблемаһы тәүге йыл ғына тикшерелмәй. Был — халыҡтың да, власть органдарының да ризаһыҙлығын тыуҙырған ҙур етешһеҙлек. Төрлө кимәлдәге депутаттарға һайлаусыларҙан ялыуҙар йыш килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем ғәмәлдә булған закондар ғәйеплеләрҙе һөҙөмтәле язаға тарттыра алманы. Штрафтар судта ҡаралып кире ҡағылды, закон боҙоусылар яуаплылыҡтан ҡасты. Проблема федераль һәм республика ҡануниәтендә газон төшөнсәһенең нығытылмауына бәйле ине. Хәҙер республика парламентарийҙарына күптән борсоған темаға нөктә ҡуйырға кәрәк. Ошондай хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән закон әҙерләнгән», — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
http://www.bashinform.ru/news/1288946-v-bashkirii-shtrafy-za-parkovku-na-gazonakh-i-detskikh-ploshchadkakh-sostavyat-ot-1-do-2-tys-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть