Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө янындағы Ағиҙел йылғаһының боҙҙан әрселеүе 2-8 апрелдә көтөлә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Ағиҙел һәм Урал йылғалары бассейндарының боҙҙан уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 2-3 көнгә иртәрәк әрселеүе көтөлә. Төньяҡ-көнсығышта йылғалар — 12-15 апрелдә, далала — апрелдең тәүге декадаһында, тауҙарҙа — 6-15 апрелдә, Урал аръяғында 6-11 апрелдә асыла. Өфө янындағы Ағиҙел йылғаһында боҙ китеүе 2-8 апрелдә көтөлә. Хөкүмәттеге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская һөйләүенсә, йылғаларҙың максиаль кимәле уртаса күп йыллыҡ кимәлдә йәки 100 сантиметрға кәмерәк булыуы көтөлә.

«Ҡар япмаһында һыу запасы норманан түбән, Урал аръяғында ғына был күрһәткес — норманан 43 процентҡа, Сибайҙа 36 процентҡа юғары. Оҙайлы фараздарға килгәндә, Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, апрелдән сентябргә тиклем температура режимының уртаса күп йыллыҡҡа яҡын булыуы көтөлә, яуым-төшөм дә нормаға яҡын, июлдә генә күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән артып китә», — тип билдәләне Вилора Горохольская.

http://www.bashinform.ru/news/1288860-vskrytie-reki-beloy-v-rayone-ufy-ozhidaetsya-so-2-po-8-aprelya/

Теги: ташҡын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть