Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↑

EUR 71.71 ↑

25 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре Европа вики-яҙында ҡатнаша

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

21 мартта Wikimedia CEE Spring 2019 бишенсе халыҡ-ара марафоны — Үҙәк һәм Көнсығыш Европа википедиясыларының берлектәге проекты башланды.  Ул 31 майға тиклем дауам итә. Акцияла популяр интернет-энциклопедияның Башҡортостан өлөшө ирекмәндәре лә ҡатнаша.

«Ошо проектта йылдан-йыл күберәк илдәр ҡатнаша. Былтыр 24 илдең командаһы бәйгегә сыҡты, быйыл 34 үҙаллы проекттан: илдәрҙән һәм айырым төбәктәрҙән дә, тел бүлектәренән дә вәкилдәр бар. Беҙ башҡорт википедиясылары, дүртенсе тапҡыр сығыш яһайбыҙ һәм былтырғы һөҙөмтәне яҡшыртыуға өмөтләнәбеҙ. Бының өсөн арабыҙҙа яңы яҙыша башлаған ирекмәндәрҙең булыуы мөһим. Башҡортостан тураһында мәҡәлә яҙған әүҙем мөхәррирҙәргә почта открыткаларын ебәрергә уйлайбыҙ. Ошондай рәхмәт белдереү формаһы Википедияның күп кенә бүлектәрендә ҡулланыла, башҡорт вики-өләсәйҙәре Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренән открыткалар алды ла инде. Хәҙер үҙебеҙ ошо тәжрибәне үҙләштерергә булдыҡ һәм уны тормошҡа ашырыу мөмкинлеген таптыҡ», —  тине интеллектуаль марафондың урындағы бүлеген ойоштороусы, Википедияның Башҡортостан өлөшө администраторы Зөфәр Сәлихов.            

http://www.bashinform.ru/news/1288815-volontery-bashkirskoy-vikipedii-prinimayut-uchastie-v-evropeyskoy-viki-vesne/

Теги: Википедия
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть