Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2019» конкурсында Өфөнән Ирина Хисмәтуллина еңеү яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Бөгөн Өфөлә, Ҡала мәҙәниәт һарайында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2019» республика конкурсын ябыу тантанаһы үтте.

Унда республикабыҙҙың башланғыс класс, сит телдәр, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле һәм әҙәбиәте, физкультура, химия, биология, математика, физика уҡытыусылары ҡатнашты.

Конкурс һынауҙары буйынса абсолют еңеүсе исеменә Өфөләге 47-се гимназияның иҡтисад уҡытыусыһы Ирина Хисмәтуллина лайыҡ булды. Бынан тыш, ул баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы тип танылды. Хәҙер педагог «Йыл уҡытыусыһы-2019» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡларға тейеш.

«Федераль конкурс алдынан ҙур яуаплылыҡ тоям, — тине Ирина Хисмәтуллина. — Бөтә уҡытыусылар ҙа көн һайын мәктәпкә  йәшәү һәм эшләү теләге менән барһын ине. Сөнки уҡытыусы — иң мөһиме, әгәр ул үҙенең эшенән илһам ала, яҡты киләсәкте күрә, балаларыбыҙға оптимизм өлгөһө күрһәтә икән, барыһы ла һәйбәт булыр».

Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — баш ҡаланың 7-се мәктәбенән Гөлшат Ғәбитова. Татар теле уҡытыусылары араһында — Дүртөйлө районының Өсбүлә ауылы мәктәбенән Айгөл Фәрхетдинова.

Башҡортостандың йәш йыл уҡытыусыһы тип Өфөнөң 160-сы лицейынан һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Ангелина Тимерова танылды.

Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте исемен Туймазы районының Собханҡол ауылынан Елена Бакиева алды.

Сухомлинский миҙалына Әбйәлил районының Күсимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илгиз Истамғәлин лайыҡ булды.

http://www.bashinform.ru/news/1288293-pobeditelem-konkursa-uchitel-goda-bashkortostana-2019-stala-irina-khismatullina-iz-ufy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть