Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Вячеслав Аброщенко Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Вячеслав Аброщенко Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Бөгөн Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең йыллыҡ йыйылышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Йыйылышта ҡатнашҡан йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының күпселеге Аброщенконың кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе. Ойошманың элекке етәксеһе, билдәле сәйәхәтсе һәм яҙыусы Камил Йыһаншин йыйылышта үҙенең вәкәләттәрен туҡтатыуы тураһында белдерҙе. Ул быны ижади пландарға бәйле эшенең күп булыуы менән аңлатты.

«Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе вазифаһын ҡалдырыу — күптән уйланылған ҡарар. Быны былтыр көҙ үк эшләргә теләгәйнем. Эш шунда: әле «Алдан алтыны» тигән романым буйынса фильм төшөрөргә йыйыналар, мин сценарий яҙырға тейешмен, баҡһаң, был эш еңел түгел икән, күп ваҡытты талап итә. Продюсерым сценарий менән ашыҡтыра. Бынан тыш, ошо романдың дауамын яҙырға уйлайым, көс-дәрт булғанда, тауҙарҙа йөрөп ҡайтырға ине».

Камил Йыһаншин Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ағзаларының барыһына ла берлектәге емешле эш өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ошо дүрт йыл эсендә ойошмаға Рус география йәмғиәтенең илдәге бүлексәләре араһында һуңғы, 85-се урындан, Томск һәм Краснодарҙан ҡала өсөнсө урынға күтәрелә алыуын билдәләне.

Камил Йыһаншин, Вячеслав Аброщенконы Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһенә тәҡдим итеп, уның республика Дәүләт Йыйылышы депутаты булараҡ йәмәғәт һәм дәүләт эшендә ҙур тәжрибәгә эйә булыуын, шулай уҡ Башҡортостанда туризмды үҫтереү, уның үҙенсәлекле тәбиғәтен һаҡлау өсөн бик күпте эшләүен билдәләне.

«Вячеслав Аброщенкоға Рус география йәмғитенең төбәк бүлексәһен ышанып тапшырһаҡ, был иң дөрөҫ ҡарар булыр тип иҫәпләйем», — тине Камил Йыһаншин.

http://www.bashinform.ru/news/1288225-bashkirskoe-otdelenie-russkogo-geograficheskogo-obshchestva-vozglavil-vyacheslava-abroshchenko/

                            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть