Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә сығарылыш уҡыусыларының «Яҙғы балы» 25 майҙа уҙа

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

2019 йылдың 25 майында Өфө һигеҙенсе йыл рәттән «Яҙғы бал»ды ҡабул итә. Быйыл бер көндә 22 ҡалала вальс һәм полонез бейейҙәр. Башҡортостандың баш ҡалаһында мәктәп тамамлаусыларҙың байрамын, ғәҙәттәгесә, Совет майҙанында ҡаршылайҙар.

«Яҙғы бал» уҙғарылған йылдарҙа республиканың һәм Ырымбурҙың 66 500 ун беренсе класс уҡыусыһы ҙур бейеү традицияһының бер өлөшөнә әүерелде», — тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Өфөнөң Ленин урамында «Мәктәп тамамлаусылар аллеяһы» ойошторола. Махсус стендтарға 11-се класс уҡыусыларының фотоһүрәттәре, уларҙың һайлаған һөнәре тураһында мәғлүмәт ҡуйыла.

http://www.bashinform.ru/news/1288088-v-ufe-vesenniy-bal-vypusknikov-proydet-25-maya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть