Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала чиновниктарҙың уртаса эш хаҡы халыҡтыҡына ҡарағанда ике тапҡырға тиҙерәк артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостанда чиновниктарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы 2018 йылда 57 099 һум тәшкил иткән. Муниципалитеттарҙа саҡ ҡына аҙыраҡ — 42 429 һум. Ошо уҡ ваҡытта республикала халыҡтың уртаса эш хаҡы 38 637 һум булған. Был мәғлүмәттәрҙе Росстат белгестәре иғлан итте.

Һуңғы йылда башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы халыҡтыҡына ҡарағанда ике тапҡырға тиҙерәк артҡан. Дәүләт хеҙмәткәрҙәре — 20,5%, урындағы үҙидара чиновниктары — 23,6%, ә ябай граждандар 11,1% күберәк ала башлаған.

Федераль башҡарма власть органдарының төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәре [республиканың Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт, Роспотребнадзор һәм башҡалар — ред. иҫкәрмәһе] уртаса 43 821 һум ала. Был 2017 йылға ҡарағанда 14,8% күберәк.

Шулай уҡ статистар былтыр Башҡортостандың барлыҡ органдарында һәм ойошмаларында штаттың тулы булмауы күҙәтелгән. Атап әйткәндә, республика хөкүмәте һәм башҡа башҡарма власть органдарында — 3701 кеше (94%), территориаль идаралыҡтарҙа — 8081 (92,7%), муниципаль берәмектәрҙә 7 422 хеҙмәткәр  (97,4%) иҫәпләнгән.

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Рәсәйҙең төбәк кимәлендәге дәүләт органдарында дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте вазифаһында — 691,8 мең, ә муниципаль хеҙмәт вазифаһында 299,8 мең кеше эшләгән.

http://www.bashinform.ru/news/1288143-v-bashkirii-srednyaya-zarplata-chinovnikov-rosla-v-dva-raza-bystree-chem-u-naseleniya/

                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть