Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ҡабул итеү ойоштора

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет 25-28 мартта Башҡортостанда күсмә ултырыш үткәрә.

Сарала Кеше хоҡуҡтары буйынса совет етәксеһе Михаил Федотов, совет рәйесе урынбаҫары Евгений Бобров, яуаплы секретарь Ирина Киркора, Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү буйынса даими комиссия рәйесе Наталия Евдокимова, Экологик хоҡуҡтар буйынса даими комиссия рәйесе Сергей Цыпленков, Хоҡуҡ һаҡлау органдарына гражданлыҡ контроле буйынса даими комиссия рәйесе Игорь Каляпин, Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһына, пенитенциар система реформаһына булышлыҡ итеү һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса даими комиссия рәйесе Андрей Бабушкин, Хәрби-гражданлыҡ мөнәсәбәттәре буйынса даими комиссия рәйесе Мария Большакова, Граждандарҙың коррупцияға ҡаршы тороуҙа ҡатнашыуы буйынса даими комиссия рәйесе Кирилл Кабанов, Һайлау хоҡуҡтары буйынса даими комиссия рәйесе Илья Шаблинский, шулай уҡ совет ағазалары Лев Амбиндер, Игорь Борисов, Екатерина Винокурова, Иван Засурский һәм Светлана Маковецкая ҡатнаша.

Сара барышында совет ағзалары граждандарҙы ҡабул итеү ойоштора. Ул 26 мартта киске сәғәт 6-ла Өфөләге «Торатау» конгресс-холында уҙа. Адресы: Зәки Вәлиди урамы, 2-се йорт, 6-сы инеү урыны.

Ҡабул итеүгә 22 һәм 25 мартта иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8 (347) 280-97-48 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин

Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.

http://www.bashinform.ru/news/1288023-v-ufe-proydet-vyezdnoe-zasedanie-soveta-po-pravam-cheloveka-pri-prezidente-rf/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть