Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Синоптиктар Башҡортостанда яҙ менән йәйҙең нисек килеүен фаразланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге апрелдән сентябргә тиклем илдәге һауа торошо һәм яуым-төшөм хаҡында күҙаллау баҫтырып сығарҙы. Был фараздың ихтималлығы 69-72 % тәшкил итә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, Рәсәйҙә яҙ — аномаль йылы, йәй — уртаса, йәйҙең тәүге көндәре һалҡынса һәм ямғырлы була.

«Быйыл йәй аномаль эҫелек көтмәйбеҙ, шуға ла ҙур урман янғындары фаразланмай. Бойҙайҙың уңышы былтырғынан насарыраҡ була. Илдә йәйҙең уҙған һәм элекке йылдарға ҡарағанда һалҡынсараҡ, ләкин норманан саҡ ҡына йылыраҡ булыуы көтөлә. Ә бына сентябрь йылы һәм ҡояшлы көндәр менән ҡыуандырыр», —  тине Гидрометүҙәк директоры Роман Вильфанд.

Фаразға ярашлы, апрелдә Башҡортостанда һауа температураһы нормаға ярашлы була (норма +3,+5 градус тәшкил итә).

Майҙа ла күрһәткестәр ғәҙәттәгенән күтәрелмәй: 10-14 градус йылы.

Июндә температура нормаға ярашлы була, республиканың көньяғында ғәҙәттәгенән эҫерәк. Йәйҙең тәүге айы өсөн норма 16-18 градус тәшкил итә.

Июлдә лә температура нормаға ярашлы була: 17-20 градус. Яуым-төшөмдөң ғәҙәттәгегә ҡарағанда күберәк булыуы ихтимал.

Августа һауа температураһы — 14-18 градус.

http://www.bashinform.ru/news/1288067-sinoptiki-dali-prognoz-na-vesnu-i-leto-v-bashkirii-/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть