Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Иҡтисадҡа аҡса һалыуҙы арттырырға һәм торлаҡты күберәк төҙөргә: Радий Хәбиров киләсәккә бурыстар тураһында

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда республиканың 2018 йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһанылар һәм төбәктең 2024 йылға тиклемге үҫеш өҫтөнлөктәрен билдәләнеләр.



«Дөйөм алғанда, беҙҙә төп күрһәткестәр уртаса, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Иҡтисад 1% үҫкән. Тулайым төбәк продукты 1,5 триллион һумға тиерлек еткән. Сәнәғәт плюс 3,4% күрһәткән, беҙ ошо һандар менән ғорурлана алабыҙ. Индустриаль яҡтан үҫешкән ун төбәк иҫәбендә ныҡлы урын алдыҡ. Тышҡы сауҙа 6,6% өҫтәгән, экспорт 2% артҡан. Дөйөм алғанда, ауыл хужалығы тотороҡло ҡала. Етештереү күләме 1% кәмегән — был миҙгелгә бәйле. Ваҡлап һатыу әйләнеше 2,6% артып, 1 триллион һумға яҡынлашҡан. 25 йыл эсендә тәүге тапҡыр эшһеҙлек 5% түбәнәйгән — был да мөһим факт».

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта төҙөлөш тармағы һәм инвестиция өлкәһе үҫеше темпының кәмеүе республика үҫешен тотҡарлай. Төҙөлөштә – 7%, инвестиция өлкәһендә  – 7,5%. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, 2018 йыл йомғаҡтары буйынса төбәк төҙөлөш һәм торлаҡты сафҡа индереү, инвестициялар, ауыл хужалығы, халыҡтың реаль ҡулланырлыҡ аҡсалата килеме буйынса планды үтәмәгән. Федераль Хөкүмәт күрһәтмәһенә ярашлы, республика алдында 2024 йылға иҡтисадҡа аҡса һалыуҙың хәҙерге күләмен икеләтә арттырыу бурысы тора. Әле ул 270 миллиард һум тәшкил итә. Маҡсатлы күрһәткес тә билдәләнгән — йыл һайын 3,7 миллион квадрат метрҙан кәм булмаған торлаҡ төҙөргә. Бөгөн был һан — 2,3 миллион квадрат метр. Радий Хәбиров бурыстарҙың күп, ләкин ирешерлек булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ағымдағы йылдың ике айы йомғаҡтары буйынса торлаҡты сафҡа индереү 40% тиерлек артҡан. «Шундай темп менән эшләргә кәрәк», — тине республика етәксеһе.

2018 йылда республика ҡаҙнаһына 199,6 миллиард һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килем ингән. 2017 йыл менән сағыштырғанда, килем 34,3 миллиард һумға йәки 20% артҡан, тип һөйләне Илшат Тажетдинов. Республиканың тупланма бюджеты килеменең дөйөм күләме 239,9 миллиард һум тәшкил иткән, 2018 йылға сығым 215,3 миллиард һумға йәки йыллыҡ планға ҡарата 93% үтәлгән.

http://www.bashinform.ru/news/1287960-uvelichit-vlozheniya-v-ekonomiku-i-stroit-bolshe-zhilya-radiy-khabirov-o-zadachakh-na-budushchee-/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть