Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала 800-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ экстракорпораль ауырға ҡалыу өсөн сиратта тора

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

2019 йылдың 28 февраленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 846 ҡатын-ҡыҙ экстракорпораль ауырға ҡалыу процедураһына сиратта тора, уларҙың 586-һы ғәҙәти ЭКО планлаштыра, 286-һы криокүсереү операцияһын көтә. Бөгөн Хөкүмәттәге «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин ошо турала белдерҙе.

Башҡортостанда экстракорпораль ауырға ҡалыу процедураһы мотлаҡ медицина страховкалау программаһы сиктәрендә дүрт дауаханала үткәрелә: Республика медицина-генетика үҙәгендә, «Ғаилә» медицина үҙәгендә, «Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге» клиникаһында һәм «Әсә һәм бала» госпиталендә.

Башҡортостанда бала табырға һәләтле 944,5 мең ҡатын-ҡыҙға ике мең ЭКО процедураһы башҡарыла. Һөҙөмтәлелек 40 процентҡа етә.

2019 йылда 2025 ЭКО процедураһын үткәреү күҙаллана, шуның 1825-е — ғәҙәти, 200-ө криокүсереү алымы менән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда 2000-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ бушлай экстракорпораль ауырға ҡалыу процедураһын эшләтте. 2017 йылда 6 мең самаһы ЭКО процедураһы үткәрелде, шуның 1500-ө – мотлаҡ медицина страховкалау аҡсаһына, йәғни бушлай.

http://www.bashinform.ru/news/1287838-v-bashkirii-zhdut-ochered-na-eko-bolee-800-zhenshchin/

              

Теги: ЭКО
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть