Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↑

EUR 71.71 ↑

25 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Радий Хәбиров Башҡортостан ҡалаларында эшләү өсөн табиптарға ярҙам сараларын әҙерләргә ҡушты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика ҡалалары дауаханаларына эшкә барыусылар өсөн матди дәртләндереү сараларын уйларға ҡушты. 21 мартта Хөкүмәттә уҙған «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, медиктар ауылға эшкә ҡайтҡан табиптар өсөн саралар күрергә кәрәклегенә иғтибарын йүнәлтте, һәм улар күрелә. Башҡортостан ҡалаларында эшләү өсөн бындай программалар юҡ, ә поликлинкаларҙа һәм дауаханаларҙа белгестәрҙең етешмәүе унда ла һиҙелә.

Радий Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелиндан яҡын арала медицина кадрҙарына бәйле хәл тураһында мәғлүмәт еткереүен һораны.

«Урындарҙа табиптар менән тәьмин итеү – күп көс талап иткән, даими, яуаплы хеҙмәт. Башлыҡ кадрҙар мәсьәләһе менән шөғөлләнгән ерҙә проблемалар хәл ителә», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

http://www.bashinform.ru/news/1287821-radiy-khabirov-poruchil-razrabotat-mery-podderzhki-vrachey-dlya-raboty-v-gorodakh-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть