Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↑

EUR 71.71 ↑

25 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Башлығының телдәрҙе үҫтереү өсөн гранттарына 196 проект дәғүә итә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарына быйыл 196 проект дәғүә итә. Конкурсҡа мәғариф, мәҙәниәт, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһенә ҡараған ғаризалар килгән. Дәғүәселәр араһында — Башҡортостан, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, учреждениелар һәм йәмәғәт ойошмалары.

Дәғүәселәр грант аҡсаһына фестивалдәр, ижади студиялар, уҡытыусылар съезын үткәрергә, уҡыу ҡулланмалары, китаптар сығарырға, телдәрҙе үҫтергән телетапшырыуҙар, онлайн-проекттар әҙерләргә тәҡдим итә.

Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн гранттарын алыуға бөтәһе 287 ғариза бирелде. Документтар ҡабул итеү 31 ғинуарҙа тамамланды. Рафаэль Шафиҡов рәйеслегендәге эксперт советы ҡарағандан һуң, дәүләт аҡсаһын алыу тәртибенә тап килмәүе сәбәпле, 90-дан ашыу ғариза кире ҡағылды. Документтарға юридик экспертиза ла үткәрелде.

Еңеүселәр гранттар буйынса республика комиссияһы ултырышынан һуң билдәле була.

http://www.bashinform.ru/news/1287194-na-poluchenie-yazykovykh-grantov-glavy-bashkortostana-pretenduyut-196-proektov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть