Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә һыуға батып барған балыҡсыларҙы аэроход ярҙамында ҡотҡаралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә һыуға батып барған балыҡсыларҙы аэроход ярҙамында ҡотҡаралар. Яңыраҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының автопаркы техника менән тулыланды. Был хаҡта ведомствоның сайтында хәбәр ителә.

Караптың йөк күтәрә алыу һәләте — бер тоннаға яҡын, ун кеше һыйҙырышлы, тиҙлекте сәғәтенә 90 саҡрымға тиклем арттыра ала.

Аэроходтың тиҙлеге сәғәтенә 90 саҡрымға етергә мөмкин. Кәрәк икән, уның менән зыян күреүселәрҙе лә ташырға була.

Ағиҙел ярындағы боҙ урыны менән йыуылған — бер ай ҙа үтмәйенсә ул ҡуҙғалыр. Шуға күрә боҙ аҫтынан балыҡ тоторға яратыусыларҙы йәнә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртәләр. Ағиҙел күпере янында ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора. Күптән түгел уларға балыҡсыны ярылған боҙҙан эвакуацияларға тура килгән.

Былтыр Өфө ҡотҡарыусылары 242 кешене һыуҙан тартып сығарған.

http://www.bashinform.ru/news/1286989-v-ufe-spasat-tonushchikh-rybakov-budut-s-pomoshchyu-aerokhoda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть