Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↑

EUR 71.71 ↑

25 апрель, Кесе йома

Уфа   °

«Арғымаҡ» төркөмө «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивалендә Гран-при яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивалендә Гран-при яуланы. 9-19 мартта Сәғүд Ғәрәбстанының Эр-Рияд-Короллеге ҡалаһында Король Абдул Ғәзиз исемендәге «CAMELFESTIVAL» барышында ҙур фестиваль ойошторолдо.

Төркөм Рәсәй исеменән сығыш яһаны һәм донъяның бик күп коллективтары араһында этно-музыка, этно-хит номинацияларында оҫта башҡарыусы исеме өсөн көрәште.

Ижади бәйгенең шарттарына ярашлы, һәр илдең вәкилдәре сәнғәттең сәхнә, уйын, кәсепселек төрҙәрендә халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған милли программа тәҡдим итергә тейеш ине. Һәр делегация биштән кәм булмаған 15-20 минутлыҡ концерт программаһын әҙерләне.

Үткән йылдың аҙағында башҡорт артистарының Ҡырғыҙстанда «Бөтә донъя күскенселәр уйындары»ндағы сығышынан һуң «Арғымаҡ»ты сараның ҡунағы итеп саҡырҙылар. Ләкин музыканттар конкурс программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе, тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1287038-gruppa-argymak-poluchila-gran-pri-na-mezhdunarodnom-etnofestivale-vselennaya-kochevnikov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть