Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.80 ↑

EUR 71.38 ↓

27 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда федераль трассаларҙың һыу баҫа торған участкалары аталды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Федераль трассаларҙың һыубаҫар участкаларында ташҡын һыуҙарын хәүефһеҙ үткәреү өсөн контроль билдәләнде, тип хәбәр иттеләр «Урал буйы» юл идаралығында. Бындай участкалар республикала бер нисә.

М7 трассаһында — Яманһаҙ һәм Сәрмәсән, М5-тә — Ыҡ, Ағиҙел, Дим, Эҫем, Өршәк, Р-240 трассаһында Ашҡаҙар, Юшатыр, Әбей үлгән, Һалмыш йылғалары күперҙәре.

Трассаларҙы хеҙмәтләндергән подряд ойошмалары һыу үткәргес торбаларҙы, һыу бүлгес улаҡтарҙы, күпер таяуҙарын таҙартырға тейеш. Авария бригадалары ойошторолған, техника һәм түшәү өсөн материалдар запасы әҙерләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1286922-v-bashkirii-nazvali-nizkovodnye-uchastki-federalnykh-trass/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть