Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.80 ↑

EUR 71.38 ↓

27 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Радий Хәбиров депутаттар алдында Башҡортостан Хөкүмәтенең эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһай

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 28 мартта республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында депутаттар алдында хөкүмәттең 2018 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет менән сығыш яһай. Ләкин уға тиклем республика парламентының тағы бер пленар ултырышы уҙа.

«Көн тәртибе тығыҙ, шуға күрә ике пленар ултырыш үткәрергә хәл ителде. Тәүгеһе 21 мартта була. Унда Башҡортостан Республикаһы прокуроры вазифаһына тәғәйенләү өсөн Камил Кашаевтың кандидатураһын хуплау, республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидатура тураһында мәсьәләләр, Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡ тәртибенең торошо һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының 2018 йылдағы эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәләре хаҡында отчеты ҡарала», — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

28 мартҡа билдәләнгән икенсе ултырыш тулыһынса хөкүмәттең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә арнала.

«Закон проекттарынан бюджет тураһындағы законға үҙгәрештәрҙе әйтеп үтер инем, – тип аңлатма бирҙе Константин Толкачев. – Улар 2019 йылда республика килеменең 12,5 миллиард һумдан ашыуға артыуы менән бәйле. Шуның менән бергә төбәктең үҙенең килеме 3,83 миллиардҡа арта, ҡалған аҡса – федераль үҙәктән субвенциялар. Өҫтәмә аҡса коммуналь техника һатып алыуға, граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереүгә, Башҡортостандың Юл фонды сығымдарын арттырыуға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, социаль өлкәгә, иҡтисадтың реаль секторына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә».

Пленар ултырышта депутаттар «Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 19.6.1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Рәсәй Федерацияһының милли гвардия ғәскәрҙәре тураһында» федераль закондың 9-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проекттарын индереү буйынса ике закон сығарыу башланғысы менән Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итеү хаҡында ҡарар ҡабул итер тип көтөлә.

http://www.bashinform.ru/news/1286608-radiy-khabirov-otchitaetsya-pered-deputatami-o-deyatelnosti-pravitelstva-bashkirii/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть