Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.80 ↑

EUR 71.38 ↓

27 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Шишмә районында шәхси агропарк булдырыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Республиканың Шишмә районында ауыл хужалығы йүнәлешендәге индустриаль парк булдырыла. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Башҡортостандағы тәүге агропарк Санжаровка ауылынан дүрт саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тиҙҙән республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы проекттың инициаторы — «Агротехнологиляр үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән үҙ-ара эш итеү тураһында килешеү төҙөргә тейеш.

Проекттың инициаторы 200-ҙән ашыу эш урыны булдырырға ниәтләй. Парк предприятиеларына инвестицияларҙың дөйөм суммаһы, алдан баһалау буйынса, 5 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Проектты тормошҡа ашырыу бөтә кимәлдәге бюджеттарға һалым рәүешендә 80 миллион һум самаһы аҡса килтерәсәк.

«Беҙ DLG немец ауыл хужалығы йәмғиәтен ойоштороу идеяһын нигеҙ итеп алдыҡ. Был — ауыл хужалығы производствоһы продукттарынан етештереү йәһәтенән бөтә алдынғы технологияларҙы үҙенә туплаған ҡеүәтле өйрәтеү системаһы ул, — тип һөйләне парк директоры Андрей Ковтуненко. — Беҙ ҡаты шарттар ҡуймайбыҙ. Резидентҡа төҙөлөш эштәрен алып барырға, производствоны башлап ебәрергә мөмкинлек бирәбеҙ һәм шунан һуң ғына эшҡыуарҙарҙан һөҙөмтә көтәбеҙ».

Парктың төп резиденты — агрологистика үҙәге, ул ауыл хужалығы продукцияһын ҡабул итеү һәм һаҡлау менән бер рәттән сеймал эшкәртә, тауар партияларын туплауҙы һәм күмәртәләп һатыуҙы ойоштора.

Бынан тыш, ҙур крахмал производствоһын, ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау үҙәген урынлаштырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Потенциаль резиденттар иҫәбендә шулай уҡ теплица комплекстары, йәшелсә һәм һөт эшкәртеү предприятиелары, ауыл хужалығы дилер һәм сервис үҙәктәре, ауыл хужалығы технологияларын күрһәтеү өсөн күргәҙмә комплексы һәм уҡытыу үҙәге бар.

http://www.bashinform.ru/news/1286555-v-bashkirii-poyavitsya-industrialnyy-park-agrarnoy-napravlennosti/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть