Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.94 ↓

EUR 72.36 ↑

18 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Театр марафоны символы Сибай ҡалаһына тапшырылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Үҙешмәкәр театрҙарҙың республика фестиваль-марафонының Рәсәйҙә Театр йылына бағышланған символы Сибай ҡалаһына тапшырылды. Проект сиктәрендә республиканың барлыҡ төбәктәрендә иң яҡшы спектаклдәр күрһәтелә. Һәүәҫкәр театр сәнғәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙа халыҡ һәм өлгөлө театр коллективтары ҡатнаша.

Урал аръяғы ҡалаларында театр марафоны бара. Ошо көндәрҙә эстафетаны Баймаҡ ҡалаһы ҡабул итте. «Баймаҡ хәбәрҙәре» гәзите яҙыуынса, үткән аҙнаның аҙағында Әбйәлил районы вәкилдәре эстафетаны Баймаҡ районына тапшырҙы. Тантаналы сарала Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары Гөлшат Сирғәлина һәм Раян Фәттәхов, мәҙәниәт бүлектәре етәкселәре Гөлназ Йыһаншина һәм Ирек Мусин, ижади коллективтар ҡатнашты.

Штандартты тапшырғандан һуң Иҫке Сибай мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары драматург Флорид Бүләковтың «Яран гөл» спектаклен ҡуйҙы.

«Ялҡын» үҙешмәкәр театры 20 йылдан ашыу эшләй. Театр төрлө һөнәр эйәләрен – уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе, төҙөүселәрҙе, медицина хеҙмәткәрҙәрен, һатыусыларҙы, студенттарҙы берләштергән. Коллектив Урал аръяғы буйлап гастролдәргә йыш йөрөй. Үҙешмәкәр театрҙы Иҫке Сибай мәҙәниәт йорто директоры Миңнур Һунаршина ойошторған. 2018 йылда уға халыҡ исеме бирелгән.

Фестиваль йыл аҙағында Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында тамамлана.

http://www.bashinform.ru/news/1286477-simvol-teatralnogo-marafona-peredan-gorodu-sibayu-/

    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть