Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.94 ↓

EUR 72.36 ↑

18 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Науруз» байрамы яңы майҙансыҡта билдәләнә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Науруз» — яҙғы көн менән төндөң тигеҙлеге байрамын билдәләйҙәр. 31 мартта баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын «Евразия» сауҙа үҙәге алдындағы (Затон биҫтәһе) майҙанда көтәләр.

Байрам был майҙансыҡта тәүгә уҙғарыла. Йола буйынса, Өфөнөң милли мәҙәни үҙәктәренән, шулай уҡ Ғафури районының «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенән һәм Бүздәк районының «Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәгенән 10-дан ашыу этнос вәкиле йыйыла.

Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Илшат Сабитов һөйләүенсә, милли ихаталар — тирмәләр, сатырҙар ҡуйыла. Байрам ҡунаҡтарын ҙур ҡаҙандарҙа бешкән былау, милли аш-һыу, ҡамыр ризыҡтары менән һыйлайҙар.

Сәхнәлә төрлө милләтле артистар һәм ижади коллективтар сығыш яһай. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың бөтә милли-мәҙәни берләшмәләре үҙҙәренең программаһын әҙерләй.

Байрам көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте, Республика халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм республиканың милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары.

Башҡортостанда «Науруз» республика байрамы 2001 йылдан алып билдәләнә. Элекке йылдарҙа ул Салауат Юлаев майҙанында, Аксаков баҡсаһында, Яҡутов исемендәге паркта, Ҡашҡаҙан паркында уҙҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1286087-v-ufe-prazdnik-vesennego-ravnodenstviya-navruz-budet-otmechatsya-na-novoy-ploshchadke/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть