Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.96

EUR 71.92

22 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың 55 мең ауыл пенсионеры пенсияһына өҫтәмә алды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республикала ауыл ерендә йәшәгән 54,5 мең пенсионер пенсияһына өҫтәмә алды. Был турала Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Айлыҡ өҫтәмәнең күләме, ауылдағы стаж өсөн яңынан иҫәпләү менән бергә, 1333 һум 55 тин тәшкил итте.

Өсөнсө төркөм инвалидлығы булғандарҙың пенсияһы 667 һумға артты. 25 процентлыҡ өҫтәмә яңы, 1 ғинуарҙан артҡан билдәләнгән түләү күләменән — 5334,19 һумдан сығып иҫәпләнде.

Пенсияға ошондай өҫтәмә өс шарт үтәлгән осраҡта бирелә. Улар араһында — ауыл хужалығында 30 йылдан кәм булмаған стаж, ауыл ерендә йәшәү. Бынан тыш, пенсионер эшләмәҫкә тейеш.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә билдәләүҙәренсә, ауыл пенсионерҙарының пенсияһын яңынан иҫәпләү эше дауам итә.

Пенсионер Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итә һәм арттырылған түләүгә хоҡуғын раҫлаған өҫтәмә документтар тапшыра ала. 2019 йылдың аҙағына тиклем мөрәжәғәт иткән осраҡта, ҡайтанан иҫәпләү эше ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан башҡарыла.

«Ғариза һуңыраҡ тапшырылһа, пенсия икенсе айҙан арта», — тине Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

Ауыл пенсионерҙарына арттырылған түләү алыуға хоҡуҡ биргән стажды иҫәпләгәндә колхоз-совхоздарҙа һәм башҡа ауыл хужалығы предприятиеларында, ойошмаларында (малсылыҡта, үҫемлекселектә һәм балыҡсылыҡта) эшләү иҫәпкә алына.    

http://www.bashinform.ru/news/1286044-55-tysyach-selskikh-pensionerov-bashkirii-poluchili-pribavku-k-pensii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть