Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86 ↑

EUR 70.79 ↓

20 июль, Шәмбе

Уфа   °

Республикала Дәүләт автоинспекцияһы «Иғтибар — балалар!» иҫкәртеү операцияһын башланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Яҙғы каникул осоронда юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк, сөнки улар уҡыуҙан буш ваҡытта үҙҙәренең ҡарамағында ҡала. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы һәм мәғариф органдары 18 марттан «Иғтибар — балалар!» иҫкәртеү сараларын уҙғара. Махсус операция апрель башында тамамлана.

Ведомстволарҙың иғтибары балаларҙы ташыуҙы ойоштороуға йүнәлтелә, уҡыусылар күп йыйылған урындарҙа ЮХХДИ-һы постары ҡуйыла. Шулай уҡ инспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса төрлө конкурстар ойоштора.

«Балаларҙың юл фажиғәләрендә зыян күреүе йыш күҙәтелә. Бөгөнгә республикала балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 77 автоавария теркәлгән. Уларҙа ике бала һәләк булған, 86-һы йәрәхәтләнгән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1285939-gosavtoinspektsiya-bashkirii-soobshchila-o-starte-profilakticheskoy-operatsii-vnimanie-deti-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть