Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86 ↑

EUR 70.79 ↓

20 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанға «Берҙәмлек» милли мәҙәниәттәр фестиваленә донъяның 10 коллективы килә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

8-12 июндә Башҡортостанда «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале ойошторола.

Быйыл «Берҙәмлек» фестивале дүрт район һәм Өфө ҡалаһы биләмәһендә уҙғарыла. Унға яҡын коллективты ҡабул итеү күҙаллана, улар араһында — Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Сербия, Көньяҡ Корея, Сенегал, Чили. Программала экскурсия программалары, республиканың ҡайһы бер райондарына этноихаталарға һәм күргәҙмәләргә барыу, хакимиәт башлыҡтарында ижади делегацияларҙы ҡабул итеү, ҡалалар һәм район үҙәктәре урамдары буйлап парадтар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре һәм йәрминкәләре, театрлаштырылған тамашалар, ҡунаҡтарҙың концерты, танышыу кисәләре ҡаралған. Сит илдәрҙең ижади коллективтары район һабантуйҙарында ла ҡатнаша.

Фестиваль барышында тәүге тапҡыр Этнокөн уҙғарыу күҙаллана. Байрамды ябыу тантанаһы һәм Гала-концерт 12 июндә Өфөлә уҙа.

Фестиваль көндәрендә республикаға Фольклориада буйынса CIOFF® комитеты ағзалары килә. 2020 йылда Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыр алдынан «Берҙәмлек» CIOFF® комитеты ағзаларына республиканың инфраструктура ҡеүәтен баһалауҙан тыш, Башҡортостандың халыҡтарының бай традицияһы менән танышыу мөмкинлеген дә бирә.

«Фестиваль төрлө халыҡтарҙың милли мәҙәниәттәрҙең үҙенсәлекле йолалары менән ҡыҙыҡһыныуын һәм уларға һаҡсыл мөнәсәбәтен асыҡ дәлилләй. Талантлы кешеләрҙең осрашыуы ҡатнашыусы илдәр араһында ижади бәйләнештәрҙе нығытыуға хеҙмәт итә, быуындарҙың рухи бәйләнешен һаҡлай, кешелектең мәҙәни хазинаһын арттыра», — тип билдәләнеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә.

Күләмле проектты Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре ойоштора.

Белешмә. «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале республикала тәүге тапҡыр 1991 йылда уҙҙы. 20 йылдан ашыу тарихы булған фестивалдә 70-тән ашыу илдең вәкилдәре, 300-ҙан күберәк делегация ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1285882-v-bashkortostan-na-festival-natsionalnykh-kultur-sodruzhestvo-priedut-10-kollektivov-mira/

                              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть