Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.96

EUR 71.92

22 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Сибай ҡалаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе еңеүселәре билдәләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Сибайҙа «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы. Ижади бәйге Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналды.

Балалар ижады үҙәге сәхнәһендә йәш сәсәндәр — өс йәш төркөмөндә 44 уҡыусы көс һынашты.

Гран-приға һәм беренсе урынға өс ҡатнашыусы: 8-се мәктәптең беренсе класс уҡыусыһы Гөлназ Мөхәмәтйәрова, гимназия-интернаттың етенсе класс уҡыусыһы Илназ Исхаҡов һәм 9-сы лицей уҡыусыһы Тимур Байрамғолов лайыҡ булды.

12-се мәктәптән иң йәш ҡатнашыусы Айзель Әҙелбаеваға ете йәш.

«Урал батыр» эпосы Башҡортостандың әҙәби ҡомартҡыһы булып һанала. Эпосты фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда Баймаҡ районына этнографик экспедицияға барған сағында яҙып алған. Унда изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, юғары маҡсат өсөн үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү һәм батырлыҡ һүрәтләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1285506-v-bashkirskom-sibae-nazvali-luchshikh-chtetsov-eposa-ural-batyr/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть