Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86 ↑

EUR 70.79 ↓

20 июль, Шәмбе

Уфа   °

2019 йылға берҙәм дәүләт имтиханы теҙмәһе раҫланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2019 йылға берҙәм дәүләт имтиханы, төп дәүләт имтиханы һәм дәүләт сығарылыш имтиханы теҙмәләре раҫланды. Был хаҡта республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Быйыл берҙәм дәүләт имтиханы өс этапта уҙғарыла: ваҡытынан алдағы (20 марттан 10 апрелгә тиклем), төп (27 майҙан 1 июлгә ҡәҙәр) һәм өҫтәмә (3-20 сентябрҙә). Берҙәм дәүләт имтиханының ваҡытынан алдағы һәм төп осорҙары география һәм әҙәбиәт буйынса имтихандарҙан башлана. Имтихан осорҙарының һәр береһендә резерв көндәр ҡаралған

Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар һынауҙы ваҡытынан алдағы осорҙа һәм берҙәм дәүләт имтиханының төп осороноң резерв көндәрендә тапшыра ала. Айырым фәндәр буйынса имтихандар уҙғарыу ваҡыты тап килгән уҡыусылар ҙа уларҙы резерв көндәрҙә бирергә мөмкин. Документтар менән раҫланған һәм дәүләт имтихан комиссияһы ҡарарына тап килгән етди сәбәптәр булһа ғына берҙәм дәүләт имтиханын икенсе ваҡытта тапшырырға рөхсәт ителә.

Резерв көндәрҙә рус теленән һәм математиканан йәки ҡабаттан ошо фәндәрҙең береһенән насар билдә алған сығарылыш уҡыусылары база кимәлендәге рус теле һәм математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын өҫтәмә (сентябрь) осорҙа бирергә тейеш.

Туғыҙынсы кластар өсөн төп дәүләт имтиханы ла өс этапта үткәрелә: ваҡытынан алдағы (22 апрелдән 14 майға тиклем), төп (24 майҙан 2 июлгә ҡәҙәр) һәм өҫтәмә (3-21 сентябрь).

http://www.bashinform.ru/news/1285322-utverzhdeny-raspisaniya-ege-oge-i-gve-na-2019-god/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть