Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86 ↑

EUR 70.79 ↓

20 июль, Шәмбе

Уфа   °

Республика умартасылары съезда «Апимондия» конгресына әҙерлек мәсьәләләрен тикшерә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Шәмбе, 16 мартта, Өфөнөң Йәштәр һарайында Башҡортостан умартасыларының съезы уҙа. Унда 47-се «Апимондия» халыҡ-ара конгресына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелә. Конгресс 2021 йылда Өфөлә ойошторола.

«Форумда умартасыларға төбәктә умартасылыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү программалары тураһында һөйләйҙәр. Шулай уҡ сарала үҙебеҙҙең һәм күрше төбәктәрҙән килгән коллегаларҙың, ҙур умарталыҡ хужаларының тәжрибәһе менән танышырға, махсус ойошторолған күргәҙмәлә ҡортсолоҡ инвентары етештереүселәрҙең техникаһын һәм ҡорамалын ҡарарға, ғалимдарҙың һуңғы асыштары һәм тәҡдимдәре тураһында белергә мөмкин», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Бәйтуллин.

Съезда конкурс номинациялары өсөн 500 грамм бал төрөн тәҡдим итергә, умартасы хеҙмәтен еңелләштергән яйланмалар һәм изделиелар күргәҙмәһендә ҡатнашырға мөмкин. Еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла, тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Форум эшендә илдең баш умартасыһы, Рәсәй милли умартасылар союзы президенты Арнольд Бутов ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1285218-pchelovody-bashkirii-na-svoem-sezde-obsudyat-voprosy-podgotovki-k-kongressu-apimondiya-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть