Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.96

EUR 71.92

22 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт ҡоролтайы Халыҡ үҫеше стратегияһын әҙерләү конкурсында ҡатнашырға саҡыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһының иң яҡшы концепцияһына асыҡ конкурс иғлан итте. Авторҙарға ошо стратегияға һалынырға тейешле төп элементтарҙы, мөһим маҡсаттарҙы, шулай уҡ уны тормошҡа ашырыу механизмын билдәләргә кәрәк.

Конкурсҡа ебәрелгән эштәр электрон презентация формаһында булырға һәм бөтөн төп идеяларҙы сағылдырырға тейеш. Бәйгелә республика халҡы ла, Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәр ҙә ҡатнаша ала. Ғаризалар 29 мартҡа тиклем ҡабул ителә, тип белдерҙеләр ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Ҡатнашыусыларҙың эштәрен эксперт советы баһалай, улар баҫылып сыға. Иң яҡшы концепция стратегияның нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Йомғаҡлау проектын ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индергән авторҙар командаһы әҙерләй. Әүҙем авторҙар V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп саҡырыла.

Стратегияның рәсми сайтында ҡатнашыуға ғариза бирергә, конкурстың шарттары менән танышырға йәки тәҡдимдәр индерергә мөмкин.

Белешмә. Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы – 20-30 йылдан беҙҙең уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен тәҡдим иткән, төп эш йүнәлештәрен һәм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу алымдарын күрһәткән документ. Документтың финал проекты һуңынан V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына раҫлауға тәҡдим ителә, уның яңы дәүләт программаларына, башҡа документтарға нигеҙ булыуы ихтимал.

http://www.bashinform.ru/news/1285051-kurultay-bashkir-priglashaet-k-uchastiyu-v-konkurse-po-sozdaniyu-strategii-razvitiya-naroda/

Теги: ҡоролтай
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть