Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↓

EUR 71.59 ↓

25 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың 2019 йылға бюджеты 12,5 миллиард һумға арта

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостандың 2019 йылға бюджетының килем өлөшө 12,5 миллиард һумға арта. Был ағымдағы йылда һалым һәм һалым булмаған килем кереме планының — 3,83 миллиард һумға, шулай уҡ федераль ҡаҙнанан кире ҡайтарылмай торған керем күләменең — 8,47 миллиардҡа, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформалауға булышлыҡ итеү фондынан 283 миллион һумға артыуына бәйле. Республика бюджетына үҙгәрештәр Дәүләт Йыйылышының алдағы пленар ултырышында ҡарала. Бөгөн республика парламентының бюджет комитеты документты хупланы.

Бюджеттың килем өлөшө менән бергә сығымын да арттырыу күҙаллана. Ул 19,2 миллиард һумға арта.

«Өҫтәмә аҡсаны коммуналь техника һатып алыуға, республиканың 100 йыллығына объекттар төҙөүҙе тамамлауға, граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереүгә, Башҡортостан Юл фондының сығым күләмен арттырыуға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, социаль өлкәгә, иҡтисадтың реаль секторына булышлыҡ итеүгә йүнәлтеү ҡаралған», — тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Үҙгәрештәр индергәндән һуң республика бюджетының ағымдағы йылға төп параметрҙары түбәндәгесә була: килем — 188,17 миллиард һум, сығым — 214,84 миллиард, дефицит — 26,67 миллиард һум.

http://www.bashinform.ru/news/1285141-byudzhet-bashkirii-na-2019-god-uvelichitsya-na-12-5-mlrd-rubley/

Теги: бюджет
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть