Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86 ↑

EUR 70.79 ↓

20 июль, Шәмбе

Уфа   °

Яҙыусы, тәржемәсе, Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов вафат булған

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәскәүҙә яҙыусы, тәржемәсе, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов ауырыуҙан донъя ҡуйған.

Кәримов Илгиз Мостафа улы 1942 йылдың 10 ғинуарында БАССР-ҙың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. 1967 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң 1977 йылға тиклем «Литературная Россия» гәзите хеҙмәткәре, 1974 йылдан бүлек мөдире булып эшләгән. 1972 йылдан — СССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре. 1973 йылда «Молодой коммунист» журналының бүлек мөдире итеп тәғәйенләнгән. 1997-2005 йылдарҙа — «Оракул» журналы хеҙмәткәре (2002 йылда бүлек мөдире).

Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (1977), «Ауыл адвокаттары» (1989), «Ғүмер миҙгелдәре» ( 2004) һәм башҡа әҫәрҙәрен, Әхиәр Хәкимдең «Думбыра сыңы» романын (1988), Таһир Таһировтың «Буранлы көндәр» китабына ингән повестарҙы һәм хикәйәләрҙе, шулай уҡ балҡан, татар, сыуаш яҙыусыларының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә иткән.

«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

http://www.bashinform.ru/news/1285123-ushel-iz-zhizni-perevodchik-syn-mustaya-karima-ilgiz-karimov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть