Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.06 ↑

EUR 72.24 ↑

19 апрель, Йома

Уфа   °

Өфөлә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» республика конкурсына кастинг уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

25 мартта М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башҡорт һылыуҙарының «Һылыуҡай – 2019» республика конкурсына кастинг үткәрелә. 27-се гүзәллек конкурсы Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнала.

Ҡатнашыу өсөн 16-27 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла. Уҙған йылдарҙа финалға сыҡҡан, ләкин призлы урын алмаған сибәркәйҙәр ҙә ҡатнашырға мөмкин. Кастингка эләгеү өсөн 22 мартҡаса gukrcnt@mail.ru электрон адресына ғариза ебәрергә, раҫлағандан һуң һайлап алыу турына килергә кәрәк.

Финалға сығыу өсөн ҡыҙҙар жюриҙы үҙҙәренең сығышы менән таң ҡалдырырға тейеш: визитка (ҡыҫҡа хикәйә), ижади конкурс (Мостай Кәримдең әҫәренән өҙөк) һәм кейем-һалым күрһәтеү (дефиле).

Ҡыҙҙарға төп талаптар: буй-һын 170 сантиметрҙан кәм түгел, башҡорт әҙәби телен белеү, сәхнә мәҙәниәтенә эйә булыу.

Һайлап алыуҙы үткәндәр Башҡортостан юлдаш телеканалында «Һылыуҡай» конкурсының телевизион версияһында ҡатнаша. Ҡыҙҙарға хореография, вокал, актер оҫталығы, подиум хореографияһы, визаж буйынса белгестәр менән дәрестәр ойошторола. Проектҡа профессиональ уҡытыусылар һәм актерҙар, халыҡ оҫталары, дизайнерҙар һәм рәссамдар йәлеп ителә.

Республиканың төп һылыуҡайының исеме 2019 йылдың 27 апрелендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында билдәле була.

2018 йылда конкурста Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты, Әлшәй районы ҡыҙы Әлфинә Кашапова еңеү яуланы. Әлфинә автомобиль менән бүләкләнде һәм Башҡортостанды Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында күрһәтеү мөмкинлеген алды.

Башҡортостандың төп матурлыҡ конкурсы финалында бөтәһе 400-ҙән ашыу сибәркәй ҡатнашты, уларҙың күптәре карьераһын телеиндустрияла, реклама һәм модель бизнесында дауам итте.

http://www.bashinform.ru/news/1285030-v-ufe-proydet-kasting-respublikanskogo-konkursa-bashkirskikh-krasavits-ylyu-ay/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть