Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Элвин Грей тураһында фильм төшөргәндәр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Интернет киңлектәрендә «Элвин Грей: Хыялға юл» документаль фильмын ҡарарға мөмкин. Ул башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Радик Юлъяҡшинға бағышланған.

«Бер ҡасан да минең турала фильм төшөрөрҙәр тип уйламағайным... Командамдан көтөлмәгән бүләк. Күңелемә үтеп инде. «Хыялға юл» — һеҙҙең менән бергә барған юл ул», — тип яҙған артист үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

40 минутлыҡ фильмды Ранил Ғилметдинов төшөргән. Фильм авторҙары тәүҙә Өфөнөң күренекле шәхестәре — Владимир Спиваковты, Земфираны, Юрий Шевчукты атай һәм улар рәтенә Элвин Грейҙың да исемен индерә: «Башҡортостандың баш ҡалаһы музыка донъяһына тиҫтәләрсә һәләтле башҡарыусыны бүләк итте. Уларҙың береһе — ябай Черниковка малайы».

Фильмға башҡарыусының популяр йырҙары, шулай уҡ уның ижад хаҡында монологтары ингән. Кадр артындағы тауыш Радик Юлъяҡшиндың биографияһы менән таныштыра.

http://www.bashinform.ru/news/1281139-pro-elvina-greya-snyali-dokumentalnyy-film/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть