Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Республикала балалар онкологияһы үҙәге барлыҡҡа килә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда балалар клиник дауаханаһында республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөү күҙаллана. Ошо хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығының киңәйтелгән ултырышында министр вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.

Шулай уҡ онкология сирҙәрен иртә асыҡлау өсөн алдағы өс йылда күп профилле дауаханаларҙа 13 амбулатор онкология ярҙамы үҙәген асырға тейештәр: дүртәүһе — Өфөлә, туғыҙы — республика ҡалаларында.

Республикала онкология ауырыуҙарынан үлем күрһәткесе уҙған йыл менән сағыштырғанда 0,6% артҡан. 2018 йылда яман шешле 3154 сирле асыҡланған — бынан элекке йылға ҡарағанда 769-ға күберәк.

500-ҙән ашыу шеш алды сирҙәре һәм аналыҡ муйынтығы яман шешенең 80 осрағы теркәлгән, шуларҙың 77% — ауырыуҙың иртә стадияһында. 200-ҙән ашыу яман шеш һәм 1300 рак алды сирҙәре асыҡланған.

6,6 меңдән ашыу осраҡта онкология ауырыуҙары иртә стадияла табылған.

«Яман шештәрҙе иртә диагностикалауҙы арттырыу маҡсатында сирҙе башланғыс стадияһында тапҡан өсөн беренсел звено белгестәрен дәртләндереү системаһын индереү күҙаллана, — тине Максим Забелин. — Был медицина хеҙмәткәрҙәрен хәүеф төркөмөнә ҡараған пациенттар менән эшләүгә күберәк иғтибар биреүгә дәртләндерергә, диспансерлаштырыуҙың һәм скрининг тикшереүҙәренең сифатын күтәрергә тейеш».

http://www.bashinform.ru/news/1279606-v-bashkirii-poyavitsya-respublikanskiy-tsentr-detskoy-onkologii-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть