Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Николо-Берёзовка ауылы тарихи ауыл статусын алды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылы республика хөкүмәте бойороғо менән төбәк әһәмиәтендәге тарихи ауыл статусын алды. Николо-Берёзовка архитектура комплексының 26 боронғо бинаһы, Николаевка сиркәүе, «Ауыл мәктәбе» объекты, ике «Торлаҡ йорт» объекты хәҙер дәүләт һағында, уларҙың барыһы ла тиерлек әлеге Ленин урамында (элекке Сауҙагәрҙәр) урынлашҡан.

Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы өс ай эсендә һаҡлау предметын һәм һаҡланған биләмәнең сиктәрен раҫларға тейеш.

Николо-Берёзовка ауылына 1550 йылда Кама буйында ҡәлғә һәм Башҡортостанда тәүге рус ауылы булараҡ нигеҙ һалынған. Бер нисә быуат дауамында Кама буйында ҙур сауҙа үҙәге һаналған. Совет заманында һәм 2005 йылға тиклем ҡала тибындағы ҡасаба статусына эйә булған. Хәҙер унда 6,2 меңдән ашыу кеше йәшәй.

http://www.bashinform.ru/news/1278203-bashkirskoe-selo-nikolo-berezovka-poluchilo-status-istoricheskogo-poseleniya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть