Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71

EUR 70.75

9 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Яһалма интеллект тәүге тапҡыр башҡортса шиғыр яҙған

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/.

Юғары иҡтисад мәктәбе Милли тикшеренеү университетының Лингвистика мәктәбе доценты, Башҡортостанда тыуып үҫкән Борис Орехов башҡортса шиғыр яҙған нейроселтәр булдырған.

— Төп материал — XX быуаттағы 100 башҡорт шағирының цифрлаштырылған шиғри әҫәрҙәре. Мин өс ҡатлаулы яһалма нейроселтәр булдырҙым һәм уны өйрәттем, йәғни шиғырҙарҙа хәрефтәрҙең бер-береһе артынан килеү ихтималлығын иҫәпләнем. Оператив хәтере 30 Гб тәшкил иткән ҡеүәтле компьютерҙа иҫәпләү процесы 40 тәүлектән ашыу ваҡытты алды. Ошо селтәрҙә яҙылған бөтә шиғырҙар — Нейрошағир тигән виртуаль авторҙыҡы», — тип һөйләй Орехов.

Ғалимдың Нейрошағир тураһында ентекле мәҡәләһе «Ватандаш» журналының февраль һанында баҫылған. Ҡыҙыҡһыныусылар уны айҙың һуңғы көндәрендә уҡып сыға ала.

— Шағирҙарыбыҙ һәм уҡыусыларыбыҙ мәҡәләне ыңғай ҡабул итмәҫ, был уларға оҡшамаҫ, моғайын, сөнки ул ғәҙәти булмаған шиғыр. Роботтар шиғыр, музыка һәм хатта яңылыҡтар яҙа, ошо күренеш беҙҙең үксәгә баҫып килә, шуға күрә мәҡәләне һанға бирергә булдым, — тип һөйләне баҫманың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева.

Нейроселтәр яҙған шиғырҙар бына шулай яңғырай.

Мин шиғриәт үҙе бит ул ун сал менән

Таң алдымда йомаҡ таратып.

Йәки алты юллыҡ:

Кешелек тауышы

Күктәр башын эйгән бөтә донъяға.

Бер көн һайын йәндәр йыраҡ булды,

Тауҙар аша йөрөй балалар.

Бер йыр булып күктә йәшәр быуын,

Тик бер таңда алыҫ ергә талпынды.

Был — нейроселтәрҙәр шиғыр яҙған тәүге тәжрибә түгел. Бынан алда «Яндекс» ошондай сервис менән таныштырғайны, ләкин уның машинаһы русса шиғырҙар яҙа. Был Рәсәй биләмәһендә, рус теленән тыш, башҡорт, шулай уҡ башҡа телдәр өсөн тәүге тәжрибә.

http://www.bashinform.ru/news/1277730-iskusstvennyy-intellekt-vpervye-napisal-stikhi-na-bashkirskom-yazyke/

                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть