Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.77

EUR 72.59

24 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Башҡорт театрының мәшһүр актрисаһы Гөлли Мөбәрәкова менән хушлаштылар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн Өфөлә күренекле актриса, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Гөлли Мөбәрәкова менән хушлаштылар. 20 февралдә актрисаның йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Некрологка Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм башҡа рәсми кешеләр ҡул ҡуйҙы. Хушлашыу легендар актриса 60 йыл эшләгән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә уҙҙы.

«Республикабыҙ ғына түгел, тотош илебеҙ мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Гөлли Мөбәрәкованың наградалары күп ине, ләкин уның төп наградаһы — халыҡ һөйөүе, ул ысын мәғәнәһендә халыҡ артисы булды. Бөйөк аҡылы, эске дәрәжәһе, театр сәхнәһендә һәм экранда тыуҙырған һоҡланғыс образдары өсөн уны барыһы ла яратты. Был уның ата-әсәһе, уҡытыусылар тарафынан алдан билдәләнгәйне. Көн һайын атаһы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәле янынан үтеүе уға еңел булмағандыр, моғайын, ләкин ошо йылдар буйына ул атаһы тураһында иҫтәлекте, уның мираҫын һаҡланы. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы 60 йылдан ашыу ғүмерен милли театрға бағышланы, — тине Радий Хәбиров. — Күренекле актриса, һоҡланғыс кеше хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр».

«Әхлаҡи юғарылыҡ планетаһы» тип атаны Гөлли Мөбәрәкованы Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы һуңғы көндәренәсә театр менән йәшәне, театр менән Ҡазанға гастролдәргә йыйына ине, тип билдәләне ул. Мәрхүмәнең улы Аяз Сафин республика һәм ҡала етәкселегенә ерләүҙе ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Гөлли Мөбәрәкованың вафатына бәйле Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙан, илдең Театр эшмәкәрҙәре союзы Александр Калягиндан, Татарстандың һәм Ырымбур өлкәһенең мәҙәниәт министрҙарынан һәм башҡа төбәктәрҙән ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары килде.

Хушлашыуҙа залда Гөлли Арыҫлан ҡыҙының үҙ тауышы менән уҡыған шиғыры яңғыраны. Яратҡан актрисаны һуңғы юлға алҡыштар менән оҙаттылар. Уны Мосолмандар зыяратында ата-әсәһе янында ерләйҙәр.

http://www.bashinform.ru/news/1276965-v-ufe-prostilis-s-vydayushcheysya-aktrisoy-bashkirskogo-teatra-gyulli-mubaryakovoy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть