Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.49 ↑

EUR 71.83 ↑

24 май, Йома

Уфа   °

Төбәктә быйыл 375 табипҡа миллион һум аҡса бирелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Республиканың медицина учреждениеларында белгестәрҙең дөйөм һаны 100 кешегә артҡан. 2018 йылдың октябренән бөгөнгәсә медицина ойошмаларына 779 табип килгән, шуның менән бергә төрлө сәбәптәр буйынса 609 белгес эшен ҡалдырған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә ошондай һандар килтерҙе. Уның һүҙҙәренсә, кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөүҙең ыңғай динамикаһына ҡарамаҫтан, ашығыс медицина ярҙамын күрһәткән белгестәргә бәйле хәл әүәлгесә насарайыуға табан бара. Ошо осорҙа ашығыс медицина ярҙамы табиптары һәм фельдшерҙары 18 кешегә кәмегән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе фекеренсә, ҡышҡы айҙарҙа, ғәҙәттәгесә, кадрҙар йәлеп итеү бик ауыр.

Красноусол үҙәк район дауаханаһы һәйбәт динамика күрһәтә — 13 белгес йәлеп ителгән, Мәләүез үҙәк район дауаханаһына — 4, Күмертау ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһына — 16. Шул уҡ ваҡытта Туймазы, Бәләбәй, Благовещен кеүек райондарҙа, Октябрьский ҡалаһында, табиптарға ихтыяж ҙур булһа ла, кире динамика күҙәтелгән.

«Беҙҙең өсөн кадрҙарға ҡытлыҡты тултырыу өсөн төп сығанаҡ — белем биреү учреждениелары студенттары сығарылышы. Медицина университетында төрлө курстарҙа ауыл райондарынан 4005 студент уҡый. Алдағы өс йылда уларҙың 1050-һе үҙәк район һәм ҡала дауаханаларына эшкә урынлашырға ниәтләй. Маҡсатлы йүнәлтмәлеләрҙең исемлектәре төҙөлгән», — тип һөйләне Максим Забелин.

2019 йылда «Ауыл табибы» программаһы буйынса 99 табипҡа бер миллион һум, шулай уҡ 10 фельдшерға 500 мең һум аҡса бирелә. «Ауыл табибы» республика программаһы буйынса 55 фельдшерға 50 мең һум тапшырыла. Уҙған йылдарҙа «Ауыл табибы» программаһына эләкмәгән тағы 150 табипҡа Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бер миллион һум түләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1276699-na-100-vrachey-uvelichilos-kolichestvo-spetsialistov-v-meduchrezhdeniyakh-bashkirii/

                            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть