Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.49 ↑

EUR 71.83 ↑

24 май, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда технопарктар үҫеше өсөн яуаплы тәғәйенләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте» осрашыуында республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Фәрит Ғилмановҡа технопарктар һәм индустриаль парктар үҫешен күҙәтеп барырға ҡушты.

«Беҙҙә бер мәсьәлә — технопарктар һәм индустриаль парктар үҫеше менән генә шөғөлләнгән кеше булырға тейеш. Эшселәр килһен һәм коммуникациялар тоташтырыуҙы көтмәйенсә шунда уҡ эш башлаһын өсөн майҙансыҡтар булдырыу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Был — бик яуаплы эш, ул, асылда, иҡтисадыбыҙ үҫешен билдәләйәсәк», — тине Радий Хәбиров.

Индустриаль парктар ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан индустриаль парктар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урынды биләй. Рәсәй буйынса уртаса алғанда, индустриаль парк инфраструктураһына һалынған бер һумға 9,4 һум инвестиция йәлеп ителә, 90 самаһы эш урыны булдырыла.

Әлеге ваҡытта республикала ике индустриаль парк — «Өфө» һәм «Промцентр» эшләй, был парктарҙың идарасы компаниялары үҙҙәренең федераль талаптарға тап килеүен раҫланы һәм Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының индустриаль парктар реестрына индерелде.

Республикала бөтәһе алты индустриаль парк рәсми теркәлгән. Тағы алтауһы — әҙерлек стадияһында.

Стәрлетамаҡта, Салауатта индустриаль парктар һәм Өфө районының Жуков ауылында агропарк булдырыу тәү сиратта потенциаль инвесторҙарҙың ошо майҙансыҡтар менән ҡыҙыҡһыныуына, һәйбәт транспорт логистикаһына, ҙур ҡалаларҙың яҡынлығына (кадрҙар ҡеүәте) һәм инженер инфраструктураһы булыуына бәйле.

http://www.bashinform.ru/news/1276769-v-bashkirii-naznachili-otvetstvennogo-za-razvitie-tekhnoparkov/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть