Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.49 ↑

EUR 71.83 ↑

24 май, Йома

Уфа   °

Башҡорт драма театры бөйөк яулап алыусы Сыңғыҙхан тураһында спектакль ҡуйҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Сыңғыҙхандың аҡ болото» исемле спектаклдең премьераһы уҙҙы. Спектакль ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың «Быуаттан да оҙон көн» романына ингән повесҡа нигеҙләнгән.

Повестың сәхнә версияһын Елена Баранчикова яҙған. Спектаклде республиканың Милли йәштәр театры режиссеры Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштергән. Рәссам — Альберт Нестеров, балетмейстер — Ирина Филиппова (Мәскәү), композитор — Урал Иҙелбаев, рәссам-яҡтыртыусы — Илшат Саяхов. Спектаклде ҡарарға Рәсәйҙә Монголия илселегенең беренсе секретары Жигжидсурэн Баярхуу ла килгәйне.

Премьера бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды — театрҙың художество етәксеһе Олег Хановтың үтенесе буйынса йыйылыусылар ошо көндәрҙә арабыҙҙан киткән күренекле актрисаны — СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкованы иҫкә алды.

Спектакль-хикәйәт Европа ерҙәренә барып етә алмаған Сыңғыҙхандың Көнбайыш походы тураһында бәйән итә. Бөйөк яулап алыусы поход ваҡытында бала табыуҙы тыйған була. Ул шуны боҙорға йөрьәт иткән ғашиҡтарҙың ғүмерен ҡыйып, күктәрҙең фатихаһын юғалта. Әҫәрҙә йәшәү һәм үлем, кеше һәм власть, мөхәббәт, сабый тыуыуы һәм һуғыш кеүек мәңгелек темалар күтәрелә.

Башҡорт театры һәр ваҡыттағыса танылған актерҙар составы менән һоҡландыра. Спектаклдең үҙәгендә — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев башҡарыуында бөйөк Сыңғыҙхан.

«Мин геройымдың кешелекле яҡтарын асырға тырышам. Сыңғыҙхан — ул көслө хөкүмәт башлығы, ир ҙә, дуҫ та. Бында ошо персонажды төрлө яҡтан: унда мөхәббәт, дуҫлыҡ, бурыс тойғоһоноң нисек сағылыуын күрһәтергә теләйем», — ти Хөрмәтулла Үтәшев.

Эрдене (Артур Кәбиров) һәм Догуланг (Зилиә Ситдиҡова / Илгизә Ғилманова) ҡатнашлығындағы лирик сәхнәләр айырыуса сағыу булды.

Икенсе пландағы эштәр ҙә хәтерҙә ҡала: Алтун (Сара Буранбаева / Нурия Ирсаева), Борте (Эльвира Юнысова / Светлана Хәкимова), Джамуха (Азамат Ғафаров / Руслан Хайсаров), Бее (Урал Әминев), Мусук (Ринат Баймырҙин / Руслан Хәсәнов).

Бөгөн – премьераның икенсе көнө.

http://www.bashinform.ru/news/1276800-premera-v-bashkirskom-teatre-chingiskhan-utratil-blagoslovenie-nebes/

                                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть