Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.49 ↑

EUR 71.83 ↑

24 май, Йома

Уфа   °

Яҡташыбыҙ һаулыҡ һаҡлау буйынса социаль проектҡа ҡорамал һатып алыу өсөн йортон һатҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөнән Айгөл Заһиҙуллина — табип-диагност. Яңыраҡ ул «Барыһы өсөн дә экспресс-диагностика» социаль проектын башланы. 2018 йылда ул «Әсә — Эшҡыуар» конкурсында еңеп сыҡты.

«Сирҙе дауалауға ҡарағанда, уны алдан иҫкәртеү яҡшыраҡ тип иҫәпләйем. Республиканың алыҫ райондары заманса диагностикалауға һәм дөрөҫ диагноз ҡуйыуға мохтаж, — тине Айгөл. — «Ашығыс ярҙам» һатып алып, уға тағылма ҡуйҙым һәм хәҙер Башҡортостан райондары буйлап йөрөйөм, халыҡты тикшерәм. Проекттың файҙаһы бар, сығымы ярты йылда ҡаплана».

Махсус диагностика ҡорамалын һатып алыу өсөн Айгөл Заһиҙуллинаға йортон һатырға тура килгән. Уның проекты көнөнә 150 кешене тикшерергә мөкинлек бирә, ә диагностикалауға 20 минут ваҡыт китә. Унан һуң яҡынса диагноз ҡуйырға һәм кәрәк булған осраҡта дауалана башларға мөмкин.

Йәштәр гражданлыҡ форумында эшҡыуар Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан ошо социаль проектҡа иғтибарын йүнәлтеүен һәм уның менән хеҙмәттәшлек итә башлауын һораны.

«Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин иртәгә үк һеҙгә шылтыратыр, — тине республика етәксеһе. — Райондарҙан башлап дөрөҫ эшләгәнһегеҙ, сөнки беҙ һәр ауылда фельдшер-акушерлыҡ пунктын аса алмайбыҙ. Шуға һеҙ беҙҙең партнерыбыҙ булһағыҙ, һәйбәт булыр ине».

http://www.bashinform.ru/news/1276741-ufimka-prodala-dom-chtoby-kupit-oborudovanie-dlya-sotsproekta-po-zdravookhraneniyu/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть