Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.49 ↑

EUR 72.92 ↓

26 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 30 337 һум тәшкил иткән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда былтыр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 30 337 һум тәшкил иткән. Бер йылда ул 25,7% артҡан, 2017 йылда мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре уртаса 24 169 һум алған.

«Заман саҡырыуҙарына һөҙөмтәле яуапларға мөмкинлек биргән төп ресурстар — кешеләр. Шуға күрә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу Мәҙәниәтте үҫтереү стратегияһының төп индикаторы булып тора. Рәсәй Федерацияһы Президентының май указдарын тормошҡа ашырыу буйынса системалы эш һөҙөмтәһендә хеҙмәт хаҡы үҫешенең ыңғай динамикаһын теркәйбеҙ», — тип билдәләне мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ведомство коллегияһы ултырышында.

Сарала яңғыраған мәғлүмәттәргә ярашлы, 2018 йылда мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән тупланма бюджеттың күләме артҡан. Ул 8 миллиард 983 миллион һум, йәки 4,2% тәшкил иткән (2017 йылдың кимәленә үҫеш 24% йәки 1 миллиард 735 миллион һум).      

http://www.bashinform.ru/news/1276703-v-bashkortostane-srednyaya-zarplata-rabotnikov-kultury-v-2018-godu-sostavila-30337-rubley/

Теги: эш хаҡы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть