Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.49 ↑

EUR 71.83 ↑

24 май, Йома

Уфа   °

Өфөлә ғүмерҙәрҙе ҡотҡарғанда ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән балаларҙы бүләкләнеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә «Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе» йәштәр гражданлыҡ форумы барышында ғүмерҙәрҙе ҡотҡарғанда ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән балаларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе ситтәрҙең бәләһенә вайымһыҙ ҡалмаған өсөн йәш геройҙарға рәхмәт белдерҙе.

«Һеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙ – республикабыҙҙың киләсәге, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә, оло быуынға, тормошта ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеген һеҙҙән өйрәнергә кәрәк. Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ».

Тантана геройҙары Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусынан иҫтәлекле бүләктәр алды.

Башҡортостанда балаларҙы бүләкләү танатанаһы йәмәғәтселеккә кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған балалар һәм үҫмерҙәр тураһында һөйләүгә йүнәлтелгән «Кескәй геройҙар форумы» проекты барышында уҙа.

Республикала форум тәүге тапҡыр бер йыл элек ойошторолдо һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. Уға йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡала алған республика балалары саҡырылды.

2018 йылдың көҙөндә Башҡортостан Республикаһының Йәш гвардияһы республиканың герой-балалары хаҡында документаль фильм төшөрөү өсөн президент грантын алды һәм ошо кинотаҫма «Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе» йәштәр гражданлыҡ форумында ҡатнашыусыларға күрһәтелде.

http://www.bashinform.ru/news/1276806-v-ufe-chestvovali-detey-proyavivshikh-smelost-otvagu-i-muzhestvo-v-spasenii-zhizney/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть