Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.49 ↑

EUR 71.83 ↑

24 май, Йома

Уфа   °

Республикала алкоголь һатыуҙы киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем сикләргә тәҡдим итәләр

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республикала алкоголь һатыуҙы киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем сикләү тураһында башланғыс менән сығыш яһарға ниәтләй.

Башланғысты төбәк Дәүләт Йыйылышының профилле комитеты ултырыштарында ентекле өйрәнергә тәҡдим ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта магазиндарҙа төнгө сәғәт 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.

«Әле социаль селтәрҙәрҙә алкоголде ваҡытлыса һатыуҙы артабан сикләү буйынса күп  яҙалар. Киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға ҡәҙәр сикләү индерергә тигән тәҡдим бар, — тип белдерҙе республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов алкоголь продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороуға арналған түңәрәк өҫтәл ултырышында. — Был — эшҡыуарҙар берләшмәһе һәм башҡа ҡыҙыҡһынған яҡтар ҡатнашлығындағы фекер алышыу өсөн тағы бер ҙур мәсьәлә».

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, төнгө һәм иртәнге сәғәттәрҙә алкоголь һатыуҙы тыйыу башланғысын барыһы ла хупламай. Бигерәк тә эшҡыуарҙар берләшмәһе араһында. Шуға һәр яҡтың фекерен иҫәпкә алырға кәрәк.

Спиртлы эсемлектәрҙе ваҡлап һатыу өлкәһендә контролде көсәйтеү өсөн ведомство депутаттарға алкоголь продукцияһын һатҡан дөйөм туҡланыу предприятиелары өсөн талаптарҙың тулы исемлеген билдәләргә мөмкинлек биргән закон сығарыу инициативаһын индереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Улар араһында — сауҙа объектының майҙаны, урындар һаны, санитар-эпидемиологик нормаларға тап килеү тураһында һығымта.

http://www.bashinform.ru/news/1276595-v-bashkirii-predlagayut-ogranichit-prodazhu-alkogolya-s-22-00-do-10-utra/

                                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть