Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.94 ↑

EUR 70.55 ↑

18 июль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ ҡала» һәм «Аҡыллы ҡала» программалары менән «Ростелеком» шөғөлләнә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Ростелеком» йәмғиәте президенты Михаил Осеевский менән һанлы иҡтисадты үҫтереү буйынса программаларҙы һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу барышында үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Компания бизнес һәм халыҡ өсөн генә түгел, дәүләт өсөн дә комплекслы продукттар тәҡдим итергә әҙер. «Ростелеком» етәксеһе Башҡортостан биләмәһендә «Хәүефһеҙ ҡала» һәм «Аҡыллы ҡала» программаларын бойомға ашырыуҙа ҡатнашырға әҙер булыуын белдерҙе, шул иҫәптән дәүләт-шәхси партнёрлыҡ моделдәрен файҙаланып.

Атап әйткәндә, һүҙ юл хәрәкәте менән идара итеү, юлдарҙа именлекте тәьмин итеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тотоу, ауырлыҡ контроле системаларын индереү хаҡында барҙы. Михаил Осеевский һүҙҙәренсә, компания тейешле инфраструктура булдырыу буйынса бай тәжрибәгә эйә.

http://www.bashinform.ru/news/1276482-rostelekom-budet-vnedryat-v-bashkirii-programmy-bezopasnyy-gorod-i-umnyy-gorod/  

        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть