Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.94 ↑

EUR 70.55 ↑

18 июль, Кесе йома

Уфа   °

Өфө 2022 йылда волейбол буйынса донъя чемпионатын үткәреүгә дәғүә итә

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың баш ҡалаһы 2022 йылда волейбол буйынса донъя чемпионаты этаптарының береһен ҡабул иткән ҡалалар иҫәбенә инеүе мөмкин. Ошо хаҡта Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ведомство башлығы Руслан Хәбибов белдерҙе.

«Был Өфөлә Милләттәр лигаһы этабын уңышлы уҙғарыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды, — тип аңлатты министр. — 2018 йылдың йәйендә Рәсәй, Иран, Бразилия һәм Ҡытай йыйылмалары уйындарына 17 меңдән ашыу тамашасы килде. Тиҙҙән 2022 йылда донъя чемпионаты этаптарының береһен Өфөлә үткәреү буйынса ҡарар ҡабул итерҙәр тип ышанабыҙ».

21 февралдә Башҡортостандың баш ҡалаһында «Башҡортостан — мөмкинлектәр биләмәһе» йәштәр форумы барышында министрлыҡ коллегияһының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Шулай уҡ бөгөн форумда «Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров менән бер тиң һөйләшеү» планлаштырылған. Сарала 600-ҙән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Алдан «Башинформ» агентлығы 2019 йылда Өфөнөң йәнә волейбол буйынса Милләттәр лигаһының Рәсәй этабын ҡабул итеүе тураһында хәбәр иткәйне. Рәсәйҙәр, американдар, итальяндар һәм португалдар ҡатнашлығындағы матчтар 7-9 июндә «Өфө-Арена» ла уҙа.

http://www.bashinform.ru/news/1276487-ufa-pretenduet-na-provedenie-chempionata-mira-po-voleybolu-v-2022-godu/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть