Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.49 ↑

EUR 71.83 ↑

24 май, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда балалар коммерция секцияларына һәм түңәрәктәренә бушлай йөрөй ала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда яңы уҡыу йылынан балалар өсөн түңәрәктәргә һәм секцияларға электрон сертификаттар буйынса түләү системаһын индерә башлайҙар. Был хаҡта журналистарға республика Мәғариф министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында министр вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин һөйләне.

Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, хәҙер республика балаларының төрлө, шул иҫәптән коммерция түңәрәктәренә бушлай йөрөү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

Балаға исемле электрон документты ата-әсәләр үҙҙәре тултыра. Төбәк ҡаҙнаһынан бер балаға иҫәпләнгән сумма әлегә билдәләнмәгән, тип хәбәр итә Мәғариф министрлығы. Сертификат менән төрлө өҫтәмә уҡыуҙар өсөн түләргә мөмкин. Уның бюджет йәки коммерция ойошмаһы булыуы ла мөмкин, ләкин иң мөһиме — лицензия.

Айбулат Хажин билдәләүенсә, электрон өҫтәмә белем биреү сертификацияһын индереү нисә баланың түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүен аңларға һәм республика бюджетынан ойошмаларға өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелгән аҡсаны контролдә тоторға мөмкинлек бирергә тейеш.

«Өҫтәмә белем биреү республикала элек тә бушлай ине, ләкин түңәрәктәргә йөрөгән уҡыусыларға объектив иҫәп алып барылманы. Мәҫәлән, бала секцияға йөрөй башлай, күпмелер ваҡыттан һуң ташлай, шул уҡ ваҡытта ойошмала балаға финанслау дауам итә», — тине Айбулат Хажин.

http://www.bashinform.ru/news/1276379-v-bashkirii-roditeli-budut-oplachivat-kruzhki-dlya-detey-elektronnymi-sertifikatami-/

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть