Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.49 ↑

EUR 72.92 ↓

26 март, Шишәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Туған тел көнөнә арналған флешмоб башлап ебәрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Туған тел көнөнә бағышланған флешмоб башлап ебәрҙе. Республика етәксеһе теләге булған һәр кемгә туған телендә яратҡан шиғырын һөйләргә һәм уны #Туғантел, #Роднойязык хэштегы менән социаль селтәргә һалырға тәҡдим итте.

«Мине лә үҙемдең флешмобымды иғлан итергә ваҡыт тип ышандырҙылар шикелле. Быға һәйбәт һәм файҙалы сәбәп тә бар. Бөгөн – ЮНЕСКО иғлан иткән Туған тел көнө. Туған телдәр беҙҙе айырмай, ә киреһенсә, донъяны рухи яҡтан байыта тип иҫәпләйем», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

Ул Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләне һәм барыһын да ҡатнашырға саҡырҙы.    

http://www.bashinform.ru/news/1276424-radiy-khabirov-zapustil-fleshmob-posvyashchennyy-dnyu-rodnogo-yazyka/

Теги: туған тел
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть