Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.49 ↑

EUR 71.83 ↑

24 май, Йома

Уфа   °

Владимир Путин «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда 2020 йылдан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Программа ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға миллион һум аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, белем биреүҙең йөкмәткеһе лә үҙгәрергә тейеш. Дәүләт стандарттарында ил үҫешенең өҫтөнлөктәрен сағылдырыу мөһим. Дәреслектәрҙең федераль исемлегенә иң яҡшы баҫмаларҙы индерергә кәрәк.

«2006 йылда мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтыра башлағанда был ҙур алға китеш булып тойолдо, — тип билдәләне Владимир Путин. — Хәҙер ил алдында яңы бурыстар тора. Интернет юғары тиҙлекле — секундына 100 мегабит булырға тейеш».

Башҡортостанда быйылдан башлап ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеү өсөн республика ҡаҙнаһынан 60 миллион һум бүленә. Йыл йомғаҡтары буйынса улар араһынан иң яҡшы 100 уҡытыусыға грант рәүешендә 600-әр мең һум аҡса тапшырыу күҙаллана. «Әлеге сара бушлай ер участкаһы бүлеү менән бергә — был сараны ла әҙерләрбеҙ — республиканың ауыл мәктәптәрендә уҡытыусылар мәсьәләһен хәл итергә тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров 1 февралдә Өфөлә уҙған мәғариф форумында.

http://www.bashinform.ru/news/1275894-vladimir-putin-predlozhil-zapustit-programmu-zemskoy-uchitel/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть