Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.49 ↑

EUR 72.92 ↓

26 март, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала ауыл старосталары тураһында закон ҡабул итәләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостанда «Ауыл старосталары тураһында» республика законын ҡабул итергә әҙерләнәләр. Был уларҙың вәкәләттәрен, тәғәйенләү тәртибен һәм халыҡ, урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеүен нығытырға тейеш. Владимир Путин ауыл старосталары институтын нығытҡан федераль законға 2018 йылдың 18 апрелендә ҡул ҡуйҙы. Унда билдәләнгәнсә, старостаны тораҡ пункттың граждандар сходы күрһәтеүе буйынса муниципаль берәмектең вәкиллекле органы тәғәйенләй. Дәүләт вазифаһын, дәүләт граждандар хеҙмәте вазифаһын, муниципаль вазифа йәки муниципаль хеҙмәт вазифаһын биләгән кеше староста була алмай. Старостаның вәкәләттәр ваҡыты ике йылдан кәм һәм биш йылдан күп булмаҫҡа тейеш.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты рәйесе Сергей Афонин ошоға оҡшаш республика законы тикшерелгән түңәрәк өҫтәлдә ауыл старосталары институтының халыҡҡа бик яҡын булыуын һәм урындағы власты асыҡ итә алыуын билдәләне.

«Әлеге ваҡытта республикала, төбәк законы булмауға ҡарамаҫтан, 3500-ҙән ашыу ауыл старостаһы эшләй. Был институт — муниципалитеттарҙы үҫтереү өсөн етди ресурс. Күпселек старосталар, ә уларҙың төп өлөшөн ауылдың өлкән йәштәге хөрмәтле кешеләре тәшкил итә, ауылдаштарын үҙ артынан эйәртә, үҙҙәре лә тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша, социаль мәсьәләләрҙе хәл итә, төрлө саралар ойоштора», — тип билдәләне «Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының идара рәйесе Алексей Шмелев.

Уның һүҙҙәренсә, республика законының төп етешһеҙлегенең береһе староста эшен матди дәртләндереү менән бәйле. Законда мөмкинлек булған саҡта бындай түләүҙәрҙе ауыл биләмәһе үҙенең дотациялы бюджетынан тормошҡа ашырырға тейеш тип яҙылған. Шмелев фекеренсә, старостаның эшен матди дәртләндереү өсөн уларҙы республика ҡаҙнаһынан финанслауҙы күҙ уңында тоторға кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1275779-v-bashkirii-primut-zakon-o-selskikh-starostakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть