Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.49 ↑

EUR 72.92 ↓

26 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Баҡалы районында ҡотороу сире буйынса карантин индерелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Баҡалы районының Яңы Урсай ауыл советы ауыл биләмәһе «Нива» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 1-се Нуғайбәк һөт-тауар фермаһында ҡотороу сире буйынса карантин индерелде. Тейешле указға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документ 19 февралдә рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Карантин булған биләмәлә эт-бесәйҙәр күргәҙмәһе ойоштороу, йорт хайуандарын һатыу, уларҙы ауылдан ситкә сығарыу һәм ҡырағай йәнлектәрҙе аулау тыйыла. Был саралар карантинды алыу тураһында рәсми ҡарарға тиклем ғәмәлдә була.

Шуға бәйле Башҡортостандың Ветеринария идаралығына сир сәбәптәрен һәм барлыҡҡа килеү сығанаҡтарын билдәләү, ҡотороу сығанағын бөтөрөү сараларын ойоштороу бурысы йөкмәтелде. Указдың үтәлешен республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов контролдә тота.

http://www.bashinform.ru/news/1276259-v-bakalinskom-rayone-bashkirii-vveli-karantin-po-beshenstvu/

Теги: карантин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть