Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.16 ↓

EUR 72.58 ↑

27 март, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «Аманат» журналының Мостай Кәримдең юбилейына арналған конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған балалар һәм үҫмерҙәр әҙәби конкурсына йомғаҡ яһанылар. Уны «Аманат» журналы редакцияһы, Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ойошторҙо.

Бүләкләү тантанаһы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙҙы. Еңеүселәрҙе Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Кәримова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, «Аманат» журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, шағирҙар Гөлнур Яҡупова, Салауат Әбүзәров, сатирик Марсель Сәлимов ҡотланы.

«Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Мостафа Сафа улының тәүге эш урыны — тап «Аманат» журналы. 1938-39 йылдарҙа Мостай Кәрим әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгән баҫма ул саҡта «Пионер» тип аталған», — тине «Аманат» журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин.

Конкурс мәктәп йәшендәге балалар араһында ике номинацияла уҙҙы: «Ижади мираҫ» (сәсмә әҫәрҙәр) һәм «Башҡортостан беҙҙән башлана» (шиғриәт). Шиғриәт бәйгеһендә беренсе урын Динара Насироваға бирелде (Ғафури районы), икенсе урынды Сынтимер Билалов (Бөрйән районы) менән Нәсимә Нәбиуллина (Әбйәлил районы) бүлеште. Өсөнсө урынға Айгөл Дауытова (Бөрйән районы), Гөлсәсәк Саҙрыева (Саҡмағош районы) һәм Йәмил Сәйҙәлиев (Баймаҡ районы) лайыҡ булды. «Ижади мираҫ» конкурсында Розалиә Сабитова (Өфө), Айгүзәл Мөхәмәтйәнова (Ейәнсура районы), Айназ Мәхийәнов (Ғафури  районы) һәм Азамат Ҡарағолов (Бөрйән районы) еңеү яуланы.

Еңеүселәрҙең барыһына ла бүләктәр тапшырылды (ноутбук, планшеттар һәм электрон китаптар). Улар өсөн «Йондоҙлоҡ» Бөтә Рәсәй художестволы ижад конкурсы еңеүсеһе Зарема Шәйхетдинова һәм «Саптар» төркөмө сығыш яһаны.

http://www.bashinform.ru/news/1275612-v-ufe-nagradili-pobediteley-konkursa-zhurnala-amanat-posvyashchennogo-yubileyu-mustaya-karima/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть